Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә 2016 йылда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 18 мең һумдан күберәк тәшкил итте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2016 йылда Башҡортостанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 18733 һум тәшкил итте. Был 2015 йылға ҡарағанда биш процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта мәҙәниәт өлкәһендәге педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы байтаҡҡа юғары. Ул 25351 һум тәшкил итә, был алдағы йыл күрһәткестәренән 2,7 процентҡа күберәк. Ошондай һандарҙы коллегия ултырышында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килтерҙе.

Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһе эшселәренең табыштары тигеҙһеҙ үҫешә. Музей хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 8,6 процентҡа артһа (уларҙың уртаса эш хаҡы – 16939 һум), клуб учреждениеларында – 4,1 процентҡа (16803 һум), ә китапханасыларҙың 2,2 процентҡа (уртаса эш хаҡы күрһәткесе – 16149 һум) күтәрелгән.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов рәйеслегендәге Мәҙәниәт министрлығы  ултырышында коллегия ағзалары, район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтарының социаль эш буйынса урынбаҫарҙары һәм мәҙәниәт бүлеге начальниктары, республика мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары, ижтимағи ойошма һәм ижади берекмәләре етәкселәре ҡатнашты, йәмғеһе 250-нән ашыу кеше булды. Пленар өлөшөндә тармаҡ өсөн көнүҙәк темаларға докладтар тыңланды. Кискеһен коллегия ултырышында ҡатнашыусылар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» спектаклен ҡараны. Бөгөн коллегия эше секция ултырыштарында дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть