Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылған Өфө аэропорты туристарҙы нимә менән ғәжәпләндерергә әҙер

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/. «Өфө» халыҡ-ара аэропорты икенсе йыл рәттән илебеҙҙә иң яҡшыһы тип танылды. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһында «Кольцово аэропорты», «Курумоч халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Толмачево аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте кеүек авиапредприятиеларҙы уҙып китеп, «Иң яҡшы аэропорт-2016» номинацияһында еңеүсе булды. Премия NAIS ойоштороу комитеты һәм Федераль һауа транспорты агентлығы тарафынан булдырылған.

Өфөнән ҡайҙа осорға, нисек тиҙ һәм сиратһыҙ рейс теркәргә мөмкин, Өфө аэропортында пассажирҙарға ниндәй хеҙмәттәр тәҡдим ителә, эш һәм сервис сифаты буйынса теләктәрҙе нисек ҡалдырырға була? Ошо һәм башҡа күп нәмә хаҡында «Өфөнөң һауа ҡапҡалары» лонгридында уҡығыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть