Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы байрамы уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы байрамында уны тасуири һөйләп күрһәттеләр. Сараны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ойошторҙо. Бынан алдараҡ ошондай байрам Әбйәлил, Белорет, Учалы, Ҡырмыҫҡалы, Яңауыл райондарында үткәрелгәйне. Йыл һайын туған телдәр көнө уңайынан М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡытыусылар, юғары уҡыу йорттары студенттары, республиканың йәш сәсәндәре ҡатнашлығында шундай сара уҙғарыла.

Экология йылында изге йоланы «Башҡортостан» милли паркы дауам итте. Был юлы «Урал батыр» эпосы байрамы Мәләүез районының Нөгөш ауылында үтте. Байрам программаһында йыр-моң һәм «Урал батыр» эпосынан театрлаштырылған өҙөктәр, башҡорт батырҙары һәм Урал батыр хөрмәтенә йола хикәйәттәре ҡаралғайны. Ҡарҙа милли көрәш буйынса күрһәтмә сығыштар, халыҡ уйындары, аш менән һыйлау ойошторолдо.

Байрамдың төп өлөшөндә — «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүҙә төрлө йәштәге 35-тән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, шағирҙар, пенсионерҙар, шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары Вячеслав Аброщенко, Руфина Шаһапова, «Башҡортостан» милли паркы директоры Владимир Кузнецов, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты директоры Василий Мартыненко, телевидение алып барыусыһы Булат Кәримов, билдәле шағирә Мәрйәм Күсмәева бар ине. «Башҡортостан» милли паркы директорының ғилми эш буйынса урынбаҫары, байрамды ойоштороусы һәм алып барыусы Лилиә Солтангәрәева, йола буйынса, эпостан өҙөк һөйләгән һәр кемгә «ҡот яулығы» таратты. Танылған сәсәниә Розалиә Солтангәрәеваның Аҡбуҙатты данлаған сығышы иҫтә ҡалырлыҡ сағыу булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть