Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70

EUR 75.24

17 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала легендар балерина Зәйтүнә Насретдиноваға һәйкәл ҡуйыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә танылған балерина Зәйтүнә Насретдиноваға һәйкәл ҡуйыла. Билдәле журналист, «Башҡорт балетының гран‑паһы» («Гран-па башкирского балета») китабы авторы Нина Жиленко хәбәр итеүенсә, был сара Рудольф Нуриев исемендәге XXI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале сиктәрендә уҙасаҡ. Хәтергә төшөрәбеҙ, фестиваль 23 майҙан 2 июнгә ҡәҙәр Өфөлә үтә. Премьераларҙың береһе – яңыртылған «Сыңрау торна» балеты.

Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы Насретдинова (1923 – 2009) – күренекле башҡорт балеринаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы. Уның сәхнәлә тыуҙырған образдары араһында – Одетта һәм Одиллия, (П. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле»), Никия (Л. Минкустың «Баядерка»һы), Жизель һәм Мирта (А. Адандың «Жизел»е), Китри (Л. Минкустың «Дон Кихот»ы), Аврора (П. Чайковскийҙың «Йоҡоға талған һылыу»ы), Франциска (И. Штраустың «Зәңгәр Дунай»ы), Эсмеральда (Ц. Пуниҙың «Эсмеральда»һы) һәм башҡалар. «Сыңрау торна» тәүге милли балетындағы Зәйтүнгөл образы улар араһында айырым урынды биләй. Балет авторҙары — либреттист Фәйзи Ғәскәров, композиторҙар Лев Степанов һәм Заһир Исмәғилев үҙҙәренең әҫәрен йәш һәм талантлы балеринаға арнай. Тап ошо балет һәм Насретдинованың оҫталығы XX быуаттың буласаҡ бөйөк бейеүсеһе Рудольф Нуриевҡа тәрән тәьҫир итеп, уның яҙмышын билдәләй.

Балет сәхнәһе йондоҙо Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән. Һуңғы йылдарҙа баш ҡаланың мәҙәни йәмәғәтселеге балерина ҡәберлегенең хәле хаҡында мәсьәләне күп тапҡыр күтәреп сыға. Ҡәбер һәйкәле идеяһының авторы – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов, макетын дизайнер Буранбай Ишемғолов әҙерләгән. Проектты театр аҡсаһы иҫәбенә ғәмәлгә ашырыу күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть