Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70

EUR 75.24

17 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөләр Рәми Ғариповҡа 85 аҙым үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Уҙған көндө Өфөлә «Рәми Ғариповҡа 85 аҙым» әҙәби акцияһы уҙҙы. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналды. Республика Яҙыусылар союзы фойеһында иҫкә алыу митингы үтте.

Һуңынан йыйылғандар мосолмандар зыяратына юл тотто. Ҡаты һыуыҡҡа ҡарамаҫтан, акцияла йөҙләгән кеше – яҙыусылар, шағирҙар, Салауат районынан шағирҙың яҡташтары, студенттар, Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназияһы уҡыусылары, яҡындары ҡатнашты. Шиғриәт һөйөүселәр кейемдәренә «Рәми Ғариповҡа – 85» билдәһен беркетте.

Шағирҙың ҡәбер ташы эргәһенә сәскәләр һалынды. Йыйылғандар ярымтүңәрәккә теҙелеп шағирҙың шиғырҙарын уҡыны. Күмәкләп киң танылған «Туған тел» шиғырын һөйләнеләр.

Иҫкә алыу сараһында оҙаҡламай шағирҙың балалары ярҙамында донъя күрәсәк йыйынтыҡ хаҡында әйтелде. Төҙөүсе – шағирҙың ҡыҙы Гөлнур Ғарипова, рәссам-биҙәүсе – Азамат Ғарипов.

Юбилей саралары ошо көндәрҙә Өфөлә, Мәскәүҙә һәм Магнитогорскиҙа уҙа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть