Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Татарстанда Тимер һәм Илдархан Мутиндарҙы хөрмәтләп иҫкә алды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан вәкилдәре Тимер һәм Илдархан Мутиндарҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Республиканың билдәле тарихсылары, артистары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәренән торған делегация Татарстандың Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылындағы сараларҙа ҡатнашты.

«Улар — башҡорт халҡының күренекле вәкилдәре. Гәрәй волосы аҡһаҡалы Тимер Мутин һәм уның тоҡомо Илдархан Мутин тарихта тәрән эҙ ҡалдырған, — тип аңлатма бирҙеләр Башҡорт ҡоролтайында. — 1757  йылда Тимер Мутин Гросс-Егерсдорф янында Пруссия короле Фридрих II ҡаршы алышҡан башҡорт полкы командирҙарының береһе була. Һуңынан ул императрица Елизавета Петровнаға башҡорт халҡының хоҡуҡтарын яҡлау үтенесе менән мөрәжәғәт иткән башҡорт делегацияһын етәкләй. Илдархан Мутин — Әхмәтзәки Вәлидиҙең көрәштәше, Башҡорт Хөкүмәтендә һәм Ваҡытлы революцион комитетта яуаплы вазифалар биләгән».  

Башҡортостан ҡунаҡтары Мутиндарға арналған мемориаль стелаға сәскә һалды. Сәскә һалыу Илдархан Мутиндың һәләк булған көнөнә тура килтерелде. Аҡтанышта ҡунаҡтар өсөн экскурсия ойошторолдо. Иҫтәлекле саралар ике республика вәкилдәренең сығыштары менән тамамланды. «Тимер Мутин — Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашыусы», «Мөхтәр Мутиндың милли мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөшө» тигән темаларға докладтар уҡылды. «Мутиндар» фильмы күрһәтелде, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары иһә концерт номерҙарын башҡарҙы.

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть