Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.53 ↑

EUR 71.96 ↓

22 май, Шаршамбы

Уфа   °

Эстонияла Салауат Юлаевҡа мемориаль таҡтаташ һәм һәйкәл ҡуйыласаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Эстонияның Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаевҡа мемориаль таҡтаташ һәм һәйкәл ҡуйыласаҡ . Башҡортостан Милли музейының проекты 270 мең һум күләмендә республика Башлығы грантын алды. Тантаналы саралар, яҡынса, июль башында уҙасаҡ.

Тамара Нечаева эшләгән Салауат Юлаев бюсының күсермәһе Ҡаслы архитектура-художество ҡойоу заводында суйындан ҡойолған. Бюстың ауырлығы – 214 килограмм, бейеклеге – 1 метр. Һәйкәлде ҡуйыу өсөн ҡуртымға кран алырға кәрәк була. «Башинформ»  агентлығына Милли музей директоры Ғәли Вәлиуллин аңлатыуынса, яңы һәйкәл элекке баҡырҙан эшләнгәнен алмаштырасаҡ, сөнки иҫкеһе ваҡыт үтеү менән емерелә башлаған.

Эстон, урыҫ һәм инглиз телдәрендә яҙылған мемориаль таҡтаташты Салауат Юлаев 1775-1800 йылдарҙа ғүмеренең һуңғы осорон уҙғарған Рогервик ҡәлғәһенә – хәҙерге Палдиски ҡалаһы мэрияһы бинаһына ҡуйыу күҙаллана. Әлеге ваҡытта буласаҡ сара тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла, тип аныҡлыҡ индерҙе агентлыҡ әңгәмәсеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть