Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар тапшырылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Күгәрсен районының Туйымбәт ауылында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияны тапшырыу тантанаһы булды. Ошо хаҡта Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Быйыл уға тыуған яҡты өйрәнеү эшмәкәрлегенә, Зәйнәб Биишеваның ижадын популярлаштырыуға ҙур өлөш индергән өсөн Йомағужа ауылы моделле китапханаһының баш китапханасыһы, «Йомағужа. Эштәрҙә һәм яҙмыштарҙа — тарих», «Таланттар ере» китаптары авторы Зәйтүнә Әбдрәшитова, Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында публицистик сығыштар өсөн Мораҡ башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 10 методик ҡулланма һәм ғилми мәҡәләләр авторы Зилә Псәнчина, Зәйнәб Биишеваның исемен һәм ижадын пропагандалаған һәм популярлаштырған, халыҡ яҙыусыһының исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергән өсөн Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире, күп һанлы уҡыу-методик комплекттар һәм ҡулланмалар авторы Зәкиә Ғәбитова лайыҡ булды.

Район премияһын тапшырыу тантанаһында З.Биишева исемендәге премия лауреаты Ләлә Биишева, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Яҙыусының бюсына сәскә һалғандан һуң улар Зәйнәб Биишеваның йорт-музейын ҡараны.

Зәйнәб Биишева — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, прозаик, шағирә, драматург, тәржемәсе, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть