Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70

EUR 75.24

17 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы 2016 йылда Башҡортостан медиаресурстары рейтингын етәкләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. «Медиалогия» мәғлүмәт-аналитика системаһы йыл һайын әҙерләгән Башҡортостан медиаресурстары рейтингында 2016 йылда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы йәнә исемлекте етәкләй.

Республиканың мәғлүмәт агентлығы 343, 76 (2015 йылда – 184,74) күрһәткесе менән өҙөмтәләр килтереү индексы буйынса лидер.

Икенсе урынды Proufu.ru (112,50) интернет ресурсы биләй, өсөнсөлә – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы (99,15).

Уҙған йыл менән сағыштырғанда, үҙ күрһәткестәрен РБК-Өфө (интернет-баҫма 20-се урындан һигеҙенсегә баҫҡысҡа күтәрелә), «Уфимские вести» гәзите (11-се урында һәм рейтинг буйынса алты баҫҡысҡа үрләгән), «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы (дүрт баҫҡысҡа күтәрелеп дүртенсе урында), «МедиаКорСеть» (дүрт баҫҡысҡа үрләп алтынсы урында) яҡшыртҡан.

«Медиалогия» системаһына ингән 37400 (телевидение, радио, гәзит, журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет – киң мәғлүмәт саралары) киң мәғлүмәт сараһы нигеҙендә медиарейтинг төҙөлгән. Тикшереү осоро – 2016 йылдың 1 ғинуарынан алып 21 декабренә ҡәҙәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть