Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55

EUR 69.86

15 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә мәктәпкә халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләковтың исеме бирелә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

26 ғинуарҙан Мишкә ауылының 1-се лицейы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләковтың исемен йөрөтәсәк. Ул 2015 йылдың ғинуарында донъя ҡуйҙы.

Белем биреү учреждениеһы директоры Евгений Малмыгин һүҙҙәренсә, 1-се лицейға Флорид Бүләковтың исемен бирергә Мишкә районы хакимиәте тәҡдим иткән.

«Лицейҙа иҫтәлекле таҡтаташ асыу — ошонда уҡыған һәм 1965 йылда мәктәбебеҙҙе тамамлаған күренекле драматургка хөрмәт белдереү ул», — тине Евгений Малмыгин.

Уны асыу тантанаһына яҡындары, хеҙмәттәштәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары, район хакимиәте етәкселеге саҡырылған. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Бөгөн лицейҙа 600-гә яҡын уҡыусы белем ала, төп йүнәлеш — физика һәм математика. 53 уҡытыусы эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть