Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.41 ↓

EUR 71.84 ↑

23 май, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары Рәсәй Мәғариф министрлығының студент берләшмәләрен үҫтереүгә гранттар отто

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто студент берләшмәләре эшмәкәрлеген үҫтереү программаларын һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды. Улар иҫәбендә – Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.

Әйткәндәй, республиканың юғары уҡыу йорттары был бәйгелә тәүгә генә еңеүсе түгел, был студенттарҙың етди потенциалын раҫлай. Өҫтәүенә Башҡорт дәүләт педагогия университеты бер юлы ике йүнәлеш буйынса грант алды. Финанс ярҙамына лайыҡ мөһим саралар араһында түбәндәгеләр билдәләнде: Рәсәй студенттары парады, «Мин ғилемде һайлайым!» халыҡ-ара ғилми-мәғариф форумы, «ОСС һәм юғары уҡыу йорто хакимиәтенең үҙ-ара эш итеү системаһы» бөтә Рәсәй саралар программаһы, халыҡ-ара төрки халыҡтарҙың мәҙәниәт һәм тел фестивале һәм «Ҡышҡы десант» халыҡ-ара хәрби-спорт сараһы. Икенсе йүнәлеш — «Фән һәм инновациялар». Педагогия университетының матбуғат үҙәгендә билдәләүҙәренсә, бөтә ошо йүнәлештәр һәм саралар дөйөм 9,4 миллион һумға хуплау тапҡан, был һәр ҡайһыһын һөҙөмтәле һәм сифатлы ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирәсәк.

Конкурсҡа илдең 350 юғары уҡыу йорто ғариза бирһә, еңеүселәр исемлегендә улар – 193.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть