Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70

EUR 75.24

18 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә Рәми Ғариповтың шиғырҙарын тасуири уҡыусылар видеоконкурсы уҙғарыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә арналған асыҡ республика тасуири уҡыусылар видеоконкурсы бара. 12 февралдә уның тыуыуына 85 йыл тулыу билдәләнә.

Бәйгеселәр Рәми Ғариповтың шиғри әҫәрен йәки шағирға үҙе арнап яҙған шиғырын уҡып, видеоға төшөрөргә һәм конкурс сәхифәһенә һалырға тейеш. Әҙәби акцияла Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, актриса, республиканың халыҡ артисы Сара Буранбаева, балалар, уҡытыусылар ҡатнашҡан.

«Видеояҙмала уҡыусы үҙе мотлаҡ күренергә тейеш, — тип хәбәр итте ойоштороусылар. — Видеорәттә һүрәттәрҙең булыуы мотлаҡ түгел. Иң мөһиме – эштең тышҡы матурлығы түгел, ә кешенең әҫәрҙе күңелен биреп уҡыуы».

Конкурстың маҡсаты һәм бурысы – республика һәм Рәсәй халҡының Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, тасуири уҡыусыларҙың башҡарыу оҫталығын күтәреү.

Конкурс 8 февралгә тиклем дауам итәсәк. Видеороликтарҙы бәйге сәхифәһендә урынлаштырырға мөмкин.

Әҙәби проектты ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Салауат Юлаев вариҫтары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть