Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.41 ↓

EUR 71.84 ↑

23 май, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә билдәле башҡорт шағиры Ринат Хәйриҙең иҫтәлегенә шиғыр ятлаусылар конкурсы үткәрелә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

19 ғинуарҙа Илеш районының Үҙәк балалар китапханаһында билдәле башҡорт шағиры, публицист, прозаик, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты Ринат Хәйригә арналған «Күңелдә йәшәй» исемле шиғыр ятлаусылар бәйгеһе уҙғарыла. Конкурста Үрге Йәркәйҙәге Т. Рахманов исемендәге 1-се гимназия, 2-се һәм 4-се урта мәктәп, шулай уҡ Түбәнге Йәркәй ауылы лицейы уҡыусылары ҡатнаша.

Шағирҙың тыуған ауылы Үрмәттә Ринат Хәйриҙең хәтер кисәһе үтә.

«Маяҡ» район гәзитендә танылған яҡташ шағир хаҡында мәҡәләләр баҫыла, Илеш телевидениеһы аша тапшырыу күрһәтелә. Унда Ринат Хәйри төшөрөлгән кадрҙар файҙаланылған.

Ринат Хәйри (Хәйретдинов) 1951 йылдың 19 ғинуарында Илеш районының Үрмәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1969-1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала. Студент йылдарында уҡ Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Әнғәм Атнабаев, Марат Кәримов менән бергә республика райондары буйлап йөрөй, шиғырҙарын уҡый.

Уҡыуын тамамлағас, Ринат Хәйри тыуған төйәгенә ҡайта һәм Тыпый һигеҙ йыллыҡ мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Тиҙҙән уны «Маяҡ» район гәзитенә бүлек мөдире итеп эшкә саҡыралар. Ринат Хәйри ике тиҫтә йыл ғүмерен журналистикаға бағышлай. «Ҡыҙыл таң», «Башҡортостан» гәзиттәре, «Һәнәк» журналы менән хеҙмәттәшлек итә, радиола һәм телевидениела сығыш яһай. 1986 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.  

1980 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы ҡушыуы буйынса «Ләйсән» ижад берекмәһенә нигеҙ һала һәм оҙаҡ йылдар уға етәкселек итә.

Ул 1990 йылдың 5 сентябрендә вафат булды.

Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Ринат Хәйри бай мираҫ ҡалдырҙы. «Әле яҙ башы ғына» (1983), «Минең уйынсыҡтарым» (1986), «Хәрефтәр парады» (1988) исемле шиғри йыйынтыҡтары баҫылып сыҡты. Үҙе үлгәндән һуң «Эҙләйем һине» (1990), «Ҡанаттар ҡайҙа үҫә» (1993), «Әйтелмәгән васыят» (1995), «Мин үҙем йәшен инем» ( 2000), «Уҡырға өйрәнәбеҙ» ( 2002), «Тылсымлы һандыҡ» (2010) исемле китаптары донъя күрҙе. «Ҡорбан» поэмаһы һәм «Эҙләйем һине» шиғырҙар йыйынтығы өсөн Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһына лайыҡ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть