Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.48 ↓

EUR 71.96 ↑

21 май, Шишәмбе

Уфа   °

Вьетнамда Башҡортостан Хөкүмәте һәм Бариа-Вунгтау провинцияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

12 ғинуарҙа Вьетнам Социалистик Республикаһында Башҡортостандың рәсми делегацияһы вәкилдәре Бариа-Вунгтау провинцияһы етәкселеге — Коммунистар партияһы комитеты секретары Нгуен Хонг Линь һәм Халыҡ комитеты рәйесе Нгуен Ван Чинь менән осрашты.

Башҡортостан һәм Бариа-Вунгтау провинцияһы араһында төҙөлгән килешеүҙә сауҙаны, инвестиция хеҙмәттәшлеген нығытыу һәм үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, шулай уҡ фән, һаулыҡ һаҡлау, туризм, мәҙәниәт өлкәләрендә бәйләнештәр булдырыу хаҡында һүҙ бара.

Бариа-Вунгтау провинцияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһында үткән эшҡыуарлыҡ форумында хеҙмәттәшлектең аныҡ аспекттары тикшерелде. Вьетнам Башҡортостанға диңгеҙ аҙыҡтарын, еләк-емеш, еңел сәнәғәт тауарҙарын оҙатырға, шулай уҡ республика биләмәһендә яңы, атап әйткәндә, агросәнәғәт комплексы өлкәһендә предприятиелар төҙөү өсөн аҡса һалырға әҙер.

Республика иһә нефть сәнәғәтендә хеҙмәттәшлек итәсәк һәм Өфө дәүләт нефть техник университетында белгестәр әҙерләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть