Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Санкт-Петербургта Раштыуа фестивалендә башҡорт ҡурайы яңғыраны

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Санкт-Петербургта III Раштыуа халыҡ-ара орган фестивалендә башҡорт ҡурайы яңғырай. Изге Станислав исемендәге Рим-Католик ғибәҙәтханаһының орган залында «Раштыуала икәүләп» концерты уҙа. Органда уйнаусы Динә Ихина менән Денис Маханьковҡа башҡорт музыканты һәм дирижер Ринат Камалов ҡушыла, орган менән дуэтта ҡурайҙа уйнай.

Органсылар И. С. Бах, П. И. Чайковский, Ф. Мендельсон-Бартольди, Дж. Раттер музыкаларын башҡара. Ринат Камалов Санкт-Петербург тамашасыларын башҡорт фольклоры һәм профессиональ музыкаһы менән таныштыра. Орган менән бергә ул Халиҡ Заимов эшкәртеүендәге «Ашҡаҙар» халыҡ йырын, Айһылыу Сәлмәнованың сонатаһын һәм бейеү көйҙәрен башҡара. Ике тынлы музыка ҡоралы ҡатнашлығында күренекле инструменталь композициялар – Джеймс Ластың «Яңғыҙ көтөүсе» музыкаһы һәм Эннио Морриконеның «Яҡшы, насар, уҫал» кинофильмы көйө үҙенсәлекле яңғырай.

«Санкт-Петербургтағы Раштыуа фестиваленә тиклем концерттар менән Печора һәм Кондопога ҡалаларында сығыш яһаныҡ, — тип һөйләй Ринат. — Ҡурай менән органдың дуэты тыңлаусыларҙа ҙур уңыш менән ҡуллана. Шуныһы ҡыҙыҡ: Санкт-Петербург органсыһы Динә Ихина Һарытау башҡорто булып сыҡты».

«Раштыуала икәүләп» концерты алдынан музыканттар Санкт-Петербург телевидениеһы тапшырыуында ҡатнаша, унда ҡурай тура эфирҙа яңғырай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть