Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.53 ↑

EUR 71.96 ↓

22 май, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә танылған шағир Рәмил Йәнбәк ҡапыл вафат булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә билдәле лирик шағир, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Рәмил Йәнбәк 65-се йәшендә ҡапыл вафат булды. Мәрхүм менән хушлашыу бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-лә Яҙыусылар союзында уҙа. Шағир тыуған төйәге Күгәрсен районында ерләнә.

Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков 1952 йылда Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында тыуған. Рәсәй Яҙыусылар союзы, Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия һәм Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты.

1974 йылда «Башҡортостан пионеры» (хәҙер «Йәншишмә») гәзитендә хәбәрсе булып эшләй башлай. 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. «Башҡортостан пионеры» гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир була.

1992 йылда «Китап» нәшриәтендә редакция мөдире, һуңынан баш мөхәррир итеп тәғәйенләнә. 1993-1994 йылдарҙа — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының беренсе секретары. 1994 йылдың авгусында «Китап» нәшриәте директоры итеп тәғәйенләнә.

1996 йылдың ғинуарынан «Ватандаш», артабан «Тамаша» журналдарында баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 1998 йылда «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһы йөкмәтелә.

1990 йылда Рәмил Йәнбәктең «Оҙайлы яҙ» исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә. «Билдәһеҙ һағыш» (1992), «Тик һиңә табынам» (1994) тигән йыйынтыҡтарына шағирҙың мөхәббәт тураһында шиғырҙары ингән. «Бөркөт саңҡыуы» (2002) һәм «Аҡ ялан» (2007) китаптарындағы әҫәрҙәр нигеҙендә Тыуған ил һәм халыҡ яҙмышы, йәшәү һәм үлем хаҡында фәлсәфәүи уйланыуҙар ята.

Композиторҙар А.Ғайсин, С. Низаметдинов, Р.Сәғитов һәм башҡалар Рәмил Йәнбәктең шиғырҙарына йырҙар ижад иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть