Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә продюсер, режиссер һәм яҙыусы Мансур Дәүләтбаевтың ижад кисәһе була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә продюсер, режиссер һәм яҙыусы Мансур Дәүләтбаевтың юбилейлы ижад кисәһе уҙа. Йәкшәмбе, 29 ғинуарҙа, юбиляр үҙенең ижадын һөйөүселәрҙе Ҡала мәҙәниәт һарайына йыя. Ойоштороусылар сағыу тамаша һәм тере тауыш вәғәҙәләй. Сара киске сәғәт 5-тә башлана.

«Тәүге тапҡыр Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур сәхнәһенә алып барыусы һәм продюсер булараҡ 16 йыл элек сыҡтым, — тине Мансур Дәүләтбаев. — Мин тәҡдим иткән концерт программаһында «АНТ» төркөмө һәм йырсы Елена Гусарова сығыш яһаны. Тамашасылар программаны һоҡланып ҡабул итте».

Юбилей кисәһендә «Сураман» төркөмө, йырсы Рафаэль Рәхмәтуллин, телевидение алып барыусыһы һәм бейеүсе Розалина Бикмаева, «АНТ» төркөмө, бейеү коллективтары һәм вокалистар ҡатнаша. Өфөләге «Глумилино» рок-төркөмөнөң сығышы ла ҡаралған.

Кисә барышында юбилярҙың «Ваҡыт. Ваҡиғалар. Кешеләр» тигән китабының исем туйы үтә, күргәҙмәләр ойошторола. Сара «Белая в черном» фильмын күрһәтеү менән тамамлана.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, билеттарҙың күбеһе хәйриә маҡсатында Өфөләге 1-се балалар йортона, 39-сы гимназияға, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты студенттарына һәм уҡытыусыларына тапшырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть