Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Башҡортостандың йөҙ исеме» проектында беренсе урында Рәми Ғарипов

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 10 ғинуар, 2017 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостандың йөҙ исеме» проектында беренсе баҫҡысты республиканың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов биләй. Уның өсөн 428 кеше тауыш биргән. Ошо хаҡта акцияның ойоштороусылары – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәр итә.

Телевидение конкурсында интернет-тауыш биреүҙә башҡа лидерҙар: төркиәтсе, ижтимағи-сәйәси эшмәкәр Әхмәт-Зәки Вәлиди (314 тауыш), билдәле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Динис Бүләков (323 тауыш).

«Башҡортостандың йөҙ исеме» күләмле проекты тормошо һәм эшмәкәрлеге республиканың барлыҡҡа килеүе һәм үҫешеүе менән бәйле булған шәхестәрҙе һайлап алыуға йүнәлтелгән. Ғалимдар, яҙыусылар, артистар, спортсылар һәм йәмәғәтселәрҙән торған махсус комиссия 150 дәғүәсене һайлап алған. Был исемлек tv-rb.ru сайтында урынлаштырылған, ошонда уҡ тауыш бирергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть