Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70

EUR 75.24

17 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы әзербайжан телендә баҫылған

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы «Ulduz» журналында әзербайжан телендә баҫылған.

Айгиз Баймөхәмәтовтың автобиографик китабы рекордлы тираж 20 мең дана менән Өфөлә бер нисә тапҡыр яңынан баҫылып сыға. Рус, сыуаш, татар, ҡаҙаҡ, әзербайжан телдәренә тәржемә ителә. Уның презентацияһы республика райондарында, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта уҙа. Китап «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китабы» VIII республика конкурсы еңеүселәре рәтенә инә. 2015 йылда яҙыусы «Ҡалдырма, әсәй!» һәм «Не оставляй, мама!» китаптары өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына лайыҡ була.

Китап буйынса «Хыялға ҡаршы» спектаклен М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында ҡуялар. Ул Бүрәт Республикаһында «Алтан Сэргэ» III Халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә ике махсус бүләккә лайыҡ була. «Заманса милли прозаға мөрәжәғәт итеү һәм яңы театр телен эҙләү өсөн» һәм «Иң яҡшы актерҙар ансамбле өсөн» премиялар әҫәрҙең авторы Айгиз Баймөхәмәтовҡа һәм спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаевҡа тапшырыла.

Теги: әҙәбиәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть