Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.53 ↑

EUR 71.96 ↓

22 май, Шаршамбы

Уфа   °

«Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса проект рәсәй сәхнәһенә сыҡты

Мәҙәниәт

Өфө, 2016 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Композитор Азамат Хәсәншиндың «Легенда о Саошианте» исемле проекты рәсәй сәхнәһендә ҡабаттан ҙур уңыш менән сығыш яһаны. Ул «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы мотивтары буйынса ҡуйылған. Пролог Санкт-Петербургтың иң ихтыяжлы театр майҙансыҡтарының береһендә – В.Ф.Комиссаржевский исемендәге Академия драма театры сәхнәһендә ҡуйыла.

Спектакль «Раштыуа парады» XXIII Халыҡ-ара дәүләттеке булмаған театрҙар һәм театр проекттары фестивале сиктәрендә күрһәтелә. Проект презентацияһын Рәсәйҙең мәҙәни баш ҡалаһы тамашасыларына һәм күренекле сәхнә эшмәкәрҙәре, режиссерҙар ингән абруйлы жюри ағзаларына тәҡдим итәләр. Жюри составына театр тәнҡитселәре, «Алтын битлек» рәсәй милли премияһының эксперт советы ағзалары Евгений Авраменко һәм Алексей Пасуев кеүек билдәле кешеләр инә. Жюрины Г.А.Товстоногов исемендәге Ҙур драма театры актеры Михаил Морозов етәкләй.

Белгестәр йәш өфө бейеүселәрен, «МеЖдуТанцем» исемле оҫтахана солистары Алина Мостаева, Адэлина Алчинова һәм Рөстәм Имамовтың сығыштарын юғары баһалай.

«Легенда о Саошианте» исемле проект заманса хореография (contemporary dance), пост-авангард музыка, һынлы сәнғәт һәм видеоарт техникаларының синтезында эшләнгән. Тәү тапҡыр 2016 йылдың июлендә Ҡырымда «Таврида» бөтә Рәсәй йәштәр форумында тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Унда проект федераль форум грантына лайыҡ була. Грант проектты ғәмәлгә ашырыу (сәхнәгә ҡуйыу) өсөн тәғәйенләнгән.

«Проекттың маҡсаты – жанрҙар, стилдәр, медиапродукттар, башҡорт мәҙәниәтенең тәрән этник мәғәнәләре менән уйын киңлеге булдырыу», — тип аңлатты композитор, проекттың сюжет авторы Азамат Хәсәншин.

Ҡуйыусы хореограф, проект режиссеры – Ольга Даукаева, видео-артты Вәсил Ханнанов картиналарының мотивтары буйынса Александр Соболев атҡара. Грант шарттарына ярашлы «Легенда о Саошианте» («Урал батыр») постановкаһы 2017 йылда Өфө сәхнәләренең береһендә ҡуйылырға тейеш.

Теги: музыка
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть