Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70

EUR 75.24

17 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Марсель Сәлимовты япон миҙалы менән бүләкләнеләр

Мәҙәниәт

Өфө, 2016 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Анатолий Александров, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә ағымдағы әҙәби йылда ҙур уңышҡа өлгәшкән яҙыусыларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Интернациональ яҙыусылар һәм журналистар союзы идараһы саҡырыуы буйынса илебеҙҙең баш ҡалаһында Рәсәй төбәктәренән һәм яҡындағы сит илдәрҙән күренекле ҡаурый оҫталары йыйылды. Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында – яҡташыбыҙ, бик күп халыҡ-ара һәм Рәсәй әҙәби премиялар һәм конкурстар лауреаты Марсель Сәлимов. (Мар. Сәлим).

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, танылған башҡорт сатиригы йыл һөҙөмтәләре буйынса Владимир Гиляровский исемендәге Халыҡ-ара премия лауреаты итеп таныла. Тантаналы шарттарҙа уға таныҡлыҡ менән был абруйлы әҙәби награданың билдәһен тапшырылар.

Шунда уҡ яңы лауреат халыҡ-ара конкурста еңеү яулағаны өсөн Мацуо Басё исемендәге япон миҙалы менән бүләкләнә. Бер аҙ алдан ул үҙенең япон телендәге шиғырҙары өсөн Мацуо Басё исемендәге халыҡ-ара әҙәби конкурсы дипломына лайыҡ була.

Интернациональ яҙыусылар һәм журналистар союзы идараһы рәйесе Александр Гриценко, юмор оҫтаһына Японияла махсус рәүештә эшләнгән миҙалды тапшырып: «Нимә тип бында японса яҙылғандыр, әммә миҙал бик матур», – тип шаяртты. Марсель Сәлимов яуаплап: «Өфөләге япон дуҫтарым был иероглифтарҙың нимә аңлатҡанын әйтер әле»,–  тине һәм Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында буласаҡ балет йондоҙҙары менән ижади осрашыуы тураһында һөйләне.

Юмор оҫтаһы үҙе Мацуо Басёның башҡорт һәм татар теленә тәржемә иткән шиғырҙарын уҡып үтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть