Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Илдар Абдразаҡов – «Casta Diva» опера премияһы лауреаты

Мәҙәниәт

Өфө, 2016 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Танылған опера басы, Беренсе каналда «Голоса на миллион» фильмында төп геройҙарҙың береһен уйнаусы, яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов Рәсәй «Casta Diva» опера премияһы лауреаттарының береһе итеп танылды. Бының хаҡта «Classical Music News» порталы хәбәр итә. «Йыл йырсыһы» номинацияһында жюри ағзалары уның өс эшен билдәләй: Зальцбург фестивалендә Шарль Гуноның «Фауст» операһында Мефистофелде, Джузеппе Вердиның «Дон Карлос» әҫәрендә Филипп Икенсене (Рәсәйҙең Ҙур театрында дебют), Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге музыкаль театрҙа Жак Оффенбахтың «Гофман әкиәттәре» операһында Линдорф, Коппелиус, Дапертутто, Мираклды.

Шулай уҡ «Casta Diva» премия лауреаты исеменә билдәле опера йырсылары Наталья Мурадымова, Дмитрий Ульянов, Татьяна Сержан лайыҡ булды. Рәсәйҙең Ҙур театрында Георг Генделдың «Роделинда» һәм Пермь опера һәм балет театрында Джузеппе Вердиның «Травиата» спектаклдәре билдәләнде. Дмитрий Хворостовский Опера кавалеры тип табылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть