Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.48 ↓

EUR 71.96 ↑

21 май, Шишәмбе

Уфа   °

Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латыпов арабыҙҙан китте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә 94-се йәшендә башҡорт халҡының данлы улы – Советтар Союзы Геройы, легендар летчик-штурмлаусы, авиация полковнигы Ҡотдос Ҡәниф улы Латыпов бәхил булған.

Ҡотдос Латыпов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 134 хәрби осош яһаған, 22 танкты, аэродромдарҙа биш самолетты, туғыҙ артиллерия батареяһын, 450 һалдат һәм офицерҙы, техника һәм ҡорал менән тулы ике тимер юл эшелонын, 50-ләгән автомашинаны юҡ иткән.

«Һуңғы алты йылда уның менән яҡындан аралашыу бәхете тейҙе — тип һөйләне яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов. — Мәскәүгә барғанда йыш ҡына хәл-әхүәлен белешеп инеп сыға инем. Ул иленең ысын батыры, патриоты булды! Уның арабыҙҙа булмауына ышаныу ҡыйын».

Хушлашыу дүшәмбе, 9.30 сәғәттә Старт урамы, 4 адресы буйынса урынлашҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары госпиталендә уҙасаҡ. Геройҙы Троекуров зыяратының Дан Аллеяһында ерләйәсәктәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть