Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Израилдә иврит телендә «Урал батыр» китабы донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 23 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Израилдә «Урал батыр» китабы донъя күрҙе. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитетында хәбәр иттеләр. Китапта боронғо башҡорт халыҡ эпосының иврит теленә сәсмә тәржемәһе нәшер ителгән. Баҫманы яҡташыбыҙ Рауил Садиҡов әҙерләгән, тәржемәнең дә, һүрәттәрҙең дә авторы ул үҙе.  

— «Урал батыр» эпосын мин дүрт йыл дауамында башҡорт теленән тәржемә иттем. Үҙ халҡымды яратам һәм уның өсөн берәй файҙалы эш башҡарыуҙы үҙ бурысым итеп һанайым. Китап Израилдең китап кибеттәрендә лә, интернет селтәре аша ла һатыла, шуныһы ҡыуандыра, — тип һөйләй Рауил Садиҡов. — Израилдә башҡорттарҙы белмәйҙәр тиерлек. Был китапты уҡып улар халҡыбыҙ тураһында мәғлүмәтлерәк булырҙар, тип ышанам.

«Урал батыр» китабы Израилдең тел институтында иврит ҡағиҙәләренә тап килеүе тураһында сертификация үткән, ти автор. Әлеге ваҡытта ижадсы ивритҡа башҡорт халыҡ әкиәттерен тәржемә итә һәм баҫтырырға өмөтләнә.

Рауил Садиҡов Өфөлә тыуып үҫкән, 20-се мәктәптә уҡыған. Атаһы Әхмәтшәриф сығышы менән Нуриман районынан, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине, әсәһе Мәхмуҙә — республикала билдәле археолог. Рауил Садиҡов 1992 йылдан башлап ғаиләһе менән Иерусалимда йәшәй. Хикәйәләр, мәҡәләләр яҙа. Израилдә төрки ойошманы етәкләй, һабантуҙар һәм башҡа саралар ойоштора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть