Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86 ↑

EUR 70.79 ↓

20 июль, Шәмбе

Уфа   °

«Башинформ» агентлығы — Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшылар рәтендә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

«Башинформ» агентлығы 2016 йылда Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт сараларының береһе тип танылды. Киң мәғлүмәт саралары араһында республика конкурсын ойоштороусы булып Башҡортостанстат сығыш яһаны.

Иң яҡшылар иҫәбендә — Башҡортостан юлдаш телеканалы, «Ҡыҙыл таң», «Бәләбәй хәбәрҙәре», «Республика Башкортостан», «Вечерняя Уфа» гәзиттәре.

Конкурс еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһында билдәләүҙәренсә, республикала Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерләнгәндә һәм уны үткәргәндә киң мәғлүмәт саралары ҙур роль уйнаған.

«Халыҡ араһында ҙур эш башҡарылды, — тип билдәләне Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев. — Барыһына ла яҡшы эш өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм артабанғы емешле хеҙмәттәшлеккә ышанабыҙ».

«Ауыл хужалығы иҫәбен алыу — бик күп кешенең хеҙмәте. Башҡортостанстат етди агитация эшен алып барҙы, шул арҡала ауыл хужалығы иҫәбен алыу ваҡытында төбәктә тәртип боҙоуҙар булманы. Бындай иҫәп алыу — ауыл кешеһе өсөн йомғаҡ яһау мөмкинлеге ул. Башҡортостанстат хеҙмәткәрҙәре барлыҡ ауыл хужалығы етештереүселәрен иҫәпкә алыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләне. Шуның өсөн уларға ҙур рәхмәт», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитеты рәйесе Рәсүл Ғосманов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть