Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.41 ↓

EUR 71.84 ↑

23 май, Кесе йома

Уфа   °

Авиакомпания һауа судноһына «Өфө» атамаһын бирҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Күләмле ребрендинг сиктәрендә «Рәсәй» авиакомпанияһы Airbus A319 һауа судноһына «Өфө» атамаһын бирҙе. Самолет 128 пассажирға иҫәпләнгән. Уны нигеҙҙә илдә файҙаланыу күҙаллана.

Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 12 декабрҙә ҡаланың символикаһы төшөрөлгән самолет Санкт-Петербургтан Өфөгә тәүге рейс яһаған.

Өфө — Рәсәйҙең ҙур транспорт үҙәге. Бында илдең иң ҙур аэропорттарының береһе урынлашҡан.

Пассажир ташыусылар өсөн Өфө ҡалаһы — осоштар картаһында мөһим пункттарҙың береһе. 2016-2017 йылдарҙың ҡышҡы теҙмәһендә компания көн һайын Өфөнән Санкт-Петербургка ике рейс башҡара. Декабрь аҙағынан маршруттар селтәрен Сочиға рейстар менән тулыландырыу ҡарала.

Авиакомпания паркында «Мәскәү», «Владивосток», «Волгоград», «Грозный», «Екатеринбург», «Ижевск», «Ҡазан», «Магадан», «Мурманск», «Түбәнге Новгород», «Новосибирск», «Ырымбур», «Пенза», «Пермь», «Петропавловск-Камчатский», «Дондағы Ростов», «Рязань», «Смоленск», «Сочи», «Хабаровск», «Силәбе» һәм «Южно-Сахалинск» самолеттары бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть