Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Илдар Абдразаҡов 20 йыл эсендә тәүге тапҡыр Ҙур театр спектаклендә йырлай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Опера сәхнәһе йондоҙо Илдар Абдразаҡов 20 йыл эсендә тәүге тапҡыр Ҙур театр спектаклендә йырлай. Верди ижад иткән «Дон Карлос» операһының премьераһын музыкаль йәмәғәтселек, тәнҡитселәр һәм тамашасылар түҙемһеҙлек менән көтә. Премьера 7 һәм 10 декабргә билдәләнгән.

Абдразаҡов Испания короле Филипп II образында сәхнәгә сыға. Ул был партия менән Италияла һәм Санкт-Петербургтағы Мария театрында сығыш яһағайны. Ҙур театрҙан һуң йырсы ошо уҡ ролде Мюнхенда һәм Лондонда башҡара.

Тәүҙә Дмитрий Хворостовский, Хибла Герзмава, Екатерина Губанова кеүек танылған йырсыларҙан торған төркөм булдырылғайны. Ләкин ошо көндәрҙә Хворостовскийҙың һаулыҡ торошо буйынса Мәскәүгә килә алмауы асыҡланды, уны Игорь Головатенко алмаштыра. Дирижер пульты артында — Канаданан Кери-Линн Уилсон.

Илдар декабрь айын һәм Яңы йыл байрамдарын Мәскәүҙә үткәрә. 22 декабрҙә ул К.С. Станиславский һәм Вл.И. Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү академия музыка театрында, 25-дә — Петр Чайковский исемендәге концерт залында, 31 декабрҙә Мәскәү музыка йортонда Владимир Спиваков менән Яңы йыл концертында сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть