Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Үзбәкстанда йәшәүселәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Үзбәкстанда йәшәүселәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә. 7-14 декабрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты Ташкент ҡалаһына сәфәр ойоштора.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә. Музыкант мәҙәни сараларҙа — Әхмәтзәки Вәлиди урамындағы скверҙа сәскә һалыуҙа һәм концерттарҙа ҡатнаша. Башҡорт ҡоролтайы сит илдәге милләттәштәребеҙҙе уйын ҡоралдары һәм методик әҙәбиәт менән тәьмин итә.

«Октябрь айында республика делегацияһы Башҡортостан көндәрен үткәреү өсөн Ташкентҡа барҙы. Ҡоролтай Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Шул ваҡыттан башлап беҙ даими аралашабыҙ, бәйләнештәр нығыны. Үзбәкстандың баш ҡалаһында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе асылды, унда «Дуҫлыҡ» ансамбле ойошторолдо. Етәксеһе — Рәйсә Баймырҙина. Хәҙер өлкәндәр һәм балалар ансамблдәрен үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ», — тине Ҡоролтай аппаратының баш белгесе Алһыу Сирғәлина.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть