Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.51

EUR 74.33

24 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә билдәле юморист Әхәт Уразмәтовтың хәтер кисәһе була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

10 декабрҙә Өфөлә танылған юморист, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Әхәт Уразмәтовтың хәтер кисәһе уҙа. Һөйләү жанры оҫтаһы, артист ғүмере буйына Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләне, «Кәтүк менән Бағанай» дуэтында ҡатнашты.

«Көлгө килә күҙ йәштәре аша» тип аталған кисәлә филармония, республика театрҙары һәм ижади коллективтарҙың солистары сығыш яһай. Улар араһында Хәлит, Лилиә, Айнур һәм Илшат Фәтиховтар, Гөлзәмиә Ситдиҡова, Хәким Мортазин, Вәлит Илембәтов һәм «Ҡыҙыҡ-Мәҙәк» эстрада театры артистары, тальянсылар Айҙар һәм Алмас Юнысовтар, Иҙрис Ғәзиев, Фәдис Ғәниев, Гөлназ Асаева, Фәрүәз Урманшин, Фәйрүзә Нуриева, М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры һәм «Нур» татар театры актерҙары бар.

Әхәт Уразмәтов (1931-2015) — республикала юмор жанрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, эстрадала бик күп сағыу образдар тыуҙырҙы. Дуэт составында Ғәфүр Латипов менән бергә республиканы һәм бөтә илде урап сыҡты. Артистар фестивалдәрҙә, кисәләрҙә, концерттарҙа, ижади осрашыуҙарҙа даими ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть