Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61

EUR 72.31

27 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Башҡортостан» гәзитенең 100 йыллығы уңайынан уҡтан атыу буйынса беренселек үтә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Башҡортостан» гәзитенең 100 йыллығы уңайынан уҡтан атыу буйынса беренселек үтә. Сара 2017 йылдың 6 ғинуарында Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҙғарыла.

Турнирҙы ойоштороусылар булып «Любизар» 1-се башҡорт атлы полкы» хәрби-тарихи клубы менән берлектә «Башҡортостан» республика ижтимағи-сәйәси гәзите сығыш яһай. Сараның маҡсаты — уҡтан атыуҙы популярлаштырыу, халыҡты спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, сәләмәт тормошто пропагандалау, спортсыларҙың оҫталығын арттырыу, Башҡортостандың йыйылма командаһын туплау өсөн көслө спортсыларҙы асыҡлау. Еңеүселәр «Башҡортостан» гәзитенең дипломдары һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнә.

«Уҡ оҙаҡ ваҡыт башҡорт яугиренең төп ҡоралы булған. Тап башҡорт атлылары донъя тарихында һуңғы тапҡыр 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм рус армияһының сит ил походтары осоронда уҡ-һаҙаҡ ҡулланған. Башҡорттарҙы уҡтан оҫта атҡандары өсөн «төньяҡ амурҙары» тип атағандар. Был хаҡта француз генералы Марбоның яҙмаларында ла телгә алына», — тип хәбәр итте ойоштороусылар.

Ғаризалар 25 декабргә тиклем https://vk.com/id162549751 адресы буйынса электрон формала ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть