Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86 ↑

EUR 70.79 ↓

20 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡорт сатиригы Марсель Сәлимов — Гиляровский исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Мәскәүҙә Владимир Гиляровский исемендәге халыҡ-ара премия конкурсына йомғаҡ яһалды. Ошо абруйлы әҙәби награданың быйылғы лауреаттары иғлан ителде.

Яҙыусылар һәм журналистарҙың интернациональ берләшмәһенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Владимир Гиляровский исемендәге премия — авторҙарҙы дәртләндереү сараһы ул. Уға журналистар, публицистар, прозаиктар дәғүә итә, иң яҡшылары иһә наградаға лайыҡ була».

«Юмор» номинацияһында Михаил Задорновҡа — беренсе, Марсель Сәлимовҡа — икенсе, Антон Свириденкоға өсөнсө дәрәжә премия тапшырылды. Евгений Евтушенко, Роман Сенчин, Владимир Познер, Александр Мамонтов, Саша Кругосветов, Виктория Балашова, Лидия Рыбакова һәм башҡа танылған яҙыусылар, шағирҙар, журналистар төрлө  номинацияларҙа билдәләнде.

«Күптәнге дуҫым Михаил Задорнов менән ошо бәйгелә еңеүемә шатмын, — тине Марсель Сәлимов. — Задорновтың сатираһы, дөрөҫөрәге, уның социаль йүнәлеше миңә бик яҡын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле Михаил сирләй. Ҡәләмдәш дуҫымдың тиҙерәк һауығыуын теләйем».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть