Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

30 ноябрь — әсәлек капиталы иҫәбенән 25 мең һум аҡса алыуға ғариза биреүҙең һуңғы көнө

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

30 ноябрҙә әсәлек капиталы иҫәбенән бер тапҡыр 25 мең һум аҡса алыуға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты тамамлана. Был хаҡта Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендәге матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Электрон ғаризаларҙы Рәсәй Пенсия фондының сайтында бирергә мөмкин.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың ҡала һәм райондарында Рәсәй Пенсия фонды идаралыҡтарына 40 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, улар буйынса 804 миллион һум аҡса күсерелгән. Өҫтәүенә 1,8 меңдән ашыу ғариза электрон төрҙә килгән.

Төбәктә әсәлек (ғаилә) капиталына 253,7 меңдән ашыу дәүләт сертификаты тапшырылған. Әле 136 меңдән ашыу сертификат хужалары бер йәки бер нисә йүнәлеш буйынса капиталды тулыһынса тотонған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть