Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала ЮХХДИ «Бурыслы» операцияһы үткәрә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә ЮХХДИ «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы үткәрә. Сара юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф түләмәүселәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән. Законға ярашлы, штраф, ҡарар көсөнә ингән көндән алып, 60 көн эсендә түләнергә тейеш.

«Бурыслы водителдәрҙе асыҡлаған осраҡта Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында ҡарар ҡабул итә», — тип хәбәр итте Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфөләге идаралығындағы ЮХХДИ бүлеге хеҙмәткәре Гүзәл Сафиуллина.

Ваҡытында түләмәгән осраҡта штраф икеләтә арттырыла (1 мең һумдан кәм түгел) йә иһә ғәйепле кеше 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алына, мәжбүри эштәргә ҡушыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть