Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә танылған ғалим, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт Сөләймәнов вафат булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Өфөлә күренекле ғалим, билдәле фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт Сөләймәнов 78-се йәшендә вафат булды. Мәрхүм менән хушлашыу бөгөн көндөҙгө сәғәт 1-ҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында үтә.

Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов 1939 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ның Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған. Фольклорсы-ғалим, филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995), Салауат Юлаев ордены кавалеры. Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе (2002-2006). 1991 йылда М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1991-2002 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт бүлеген етәкләй. 2006 йылдан — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры.

Ә.М. Сөләймәнов «Башҡорт халыҡ ижады»ның 18 томлыҡ баҫмаһын әҙерләп сығарыуҙа ҡатнашты. Шуның өсөн 1987 йылда башҡа төҙөүсе-авторҙар менән бергә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Ошо хеҙмәттең рус телендәге баҫмаһын әҙерләгәндә Сөләймәнов өс томлыҡты төҙөүсе булып сығыш яһаны.

Ул — 400 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 30 монография, мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн 40-тан ашыу уҡыу ҡулланмаһы һәм методик әсбап авторы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть