Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөләге перинаталь үҙәктә тыуған тәүге сабыйҙың бәхетле әсәһен ҡотланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Баш ҡалала яңы республика перинаталь үҙәге асылды. 21 ноябрҙә төш ваҡытында Башҡортостандың заманса медицина учреждениеһында тәүге сабый донъяға килде. Иртәнге сәғәт 10-да Ләйсән Вәлинурованы «Тиҙ ярҙам машинаһы» бында алып килде, һәм көндөҙгө 1 тула 20 минутта ул өсөнсө тапҡыр әсә булды, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.

Бала табыу бүлеге мөдире Артур Халиҡов әйтеүенсә, ҡыҙыҡай һау-сәләмәт булып тыуған.

Был ваҡиға республика Башлығының да иғтибарынан ситтә ҡалманы. Рөстәм Хәмитов перинаталь үҙәктең баш табибы Фирғәт Байрамғоловтан ҡатынға үҙенең исеменән сәскәләр һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыуын һораны.

Ләйсән Вәлинурова һүҙҙәренсә, уға перинаталь үҙәктә бик оҡшаған. «Бында матур, уңайлы, заманса ҡорамалдар», — ти бәхетле әсә.

Республика перинаталь үҙәгенең яңы бинаһы буласаҡ әсәләр өсөн генә түгел, медиктар өсөн дә күптән көтөлгән ваҡиға булды.

«Үҙәк 2003 йылдан алып эшләй. Әммә беҙҙә бала табыу йорто юҡ ине. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы башҡа клиникаларға ебәрә торғайныҡ. Хәҙер үҙебеҙҙә лә бала табырға мөмкин. Башҡарған эшебеҙҙең һөҙөмтәһе күренә», — тип билдәләне үҙәктең баш табибы.

Төҙөлөш Рөстәм Хәмитовтың шәхси контроле аҫтында барҙы.

Үҙәкте төҙөү 2011-2016 йылдарҙа Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу программаһы сиктәрендә 2014 йылдың аҙағында башланды. Учреждение 130 пациентҡа иҫәпләнгән, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть