Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала телевидение һәм радио тарихы күргәҙмәһенә 100-ҙән ашыу артефакт ҡуйылған

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Республиканың Милли музейында тәүге тапҡыр «Башҡортостанда радиотапшырыуҙар һәм телевидение тарихы» тигән күргәҙмә асылды. Проект Халыҡ-ара телевидение көнө һәм «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның 15 йыллығы уңайынан әҙерләнгән. Уны асыу тантанаһына телевидение хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, абруйлы ҡунаҡтар, республика киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре йыйылды.

Ике экспозиция залындағы стендтарҙа 1920 йылдарҙан башлап беҙҙең көндәргә тиклем ил тарихы менән тығыҙ бәйле булған этаптар сағылдырылған. Радиотапшырыуҙарҙың эфирға сыға башлауы, яңы ғына төҙөлгән Почтамт бинаһына күсеү, тәүге дикторҙар, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эшләү, телевидение булдырыу, төҫлө тапшырыуҙарға күсеү. Күргәҙмәне ойоштороу өсөн байтаҡ эш башҡарылған, ҙур фотоархив һәм текстар тупланған. «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның бөтә бүлектәренең стендтары хронологик тәртиптә, 40 күренекле кеше тураһында мәғлүмәт, 100-ҙән ашыу артефакт, инструменталь-техник база: камералар, диктофондар, төрлө ҡоролмалар урын алған. Башҡортостан телерадиокомитеты программалары менән бәйле гәзиттән ҡырҡып алынған мәҡәләләр ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Күргәҙмә менән телевидение ветерандары — Телерадиотапшырыуҙар мәктәбе етәксеһе Шәүрә Ғилманова һәм «Ҡурай» каналы директоры, музей экспозицияһын булдырыу буйынса эшсе төркөм етәксеһе Юнир Аҙнабаев таныштырҙы.

«Беҙҙә телевидение 1959 йылда ғына эшләй башлай, һәм үҫеш буйынса баш ҡаланы ҡыуып етеү бурысы ҡуйыла, — тип һөйләне Шәүрә Ғилманова. — 1980 йылғы Олимпиадала иһә Башҡортостандан ҙур ижади төркөм ҡатнаша. Ошо йылдар үҫеш осоро була. Беҙҙә тәүге нәфис фильмдар төшөрөлә башлай, һуңынан уларҙы Үҙәк телевидениенан да күрһәттеләр».

Күргәҙмә менән ике ай дауамында танышырға мөмкин.

«Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһына «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Ҡурай-ТВ» һәм «Ҡурай HD» музыкаль телеканалдары, «Тамыр» балалар телеканалы, «Юлдаш», «Спутник ФM», «Ашҡаҙар» радиоканалдары ҡарай.  Проект Башҡортостан телевидение һәм радиоһының иң яҡшы традицияларын таратыу, лайыҡлы йәш белгестәр әҙерләүгә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть