Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ямал башҡорттары халыҡ традицияларын һаҡлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Ямал-Ненец автономиялы округында урындағы Башҡорт ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Унда Ямалдағы милли-мәҙәни автономияларҙың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре тәжрибә уртаҡлашты һәм фекер алышты. Башҡортостандан конференцияла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев ҡатнашты.

Сара барышында Ноябрьскиҙың Музей ресурс үҙәгендә Башҡорт ҡоролтайының һәм татар-башҡорт милли-мәҙәни автономияларының ҡаҙаныштар күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Һуңынан пленар ултырышта делегаттар ойошмаларының эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе. Һүҙ округтағы ҡалаларҙа һәм райондарҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү тураһында барҙы. Төбәктә милли телевидение һәм радиотапшырыуҙарын һаҡлау, башҡорт телендә гәзит-журналдар сығарыу мәсьәләләре тикшерелде. Йәштәрҙе рухи һәм әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау темаһы ҡуҙғатылды.

Артабан конференцияла ҡатнашыусылар Интеллект үҙәгендә булды, унда Вельмир Аҙнаев ҡалаға уникаль китап — башҡорттарға арналған «Халыҡтар һәм мәҙәниәттәр» серияһынан коллектив монография бүләк итте. Ҡунаҡтар һәм делегаттар Ямал-Ненец автономиялы округындағы ҡалаларҙың милли ижади коллективтары әҙерләгән байрам концертын ҡараны. Конференцияның һуңғы көнөндә ҡатнашыусылар Ноябрьскиҙың Собор мәсетенә экскурсияға барҙы, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть