Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтары арта

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтары күбәйә. Әлеге ваҡытта төбәктә белгестәр ошо осорға хас булғанса респиратор вирус инфекциялары менән сирләүҙең артыуын теркәй. Шуға ҡарамаҫтан, ауырыу кимәле эпидемик сиктән түбән, тип хәбәр иттеләр «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығында.

Республикала киҙеүгә ҡаршы прививка яһау дауам итә. Бөгөнгә халыҡтың 38,5 процентына — яҡынса 1,6 миллион кешегә прививка эшләнгән, шуларҙың 300 меңе — балалар. Шул иҫәптән 103,5 мең кеше — эш биреүселәр һәм үҙ иҫәбенә, ҡалғандары федераль ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә прививка яһатҡан.

Белгестәр билдәләүенсә, киҙеүгә ҡаршы вакциналар быйылғы эпидемиологик миҙгелдә әүҙем булған вирус штаммынан һаҡлай.

Өфө дарыуханалары провизорҙары әйтеүенсә, вирусҡа ҡаршы препараттарға һорауҙың артыуы күҙәтелмәй.

«Дарыуҙар ғәҙәти режимда һатыла. Ҡала халҡы битлектәр һәм йүтәлгә ҡаршы кәнфиттәр һатып ала, — тип һөйләнеләр дарыуханаларҙың береһендә. — Дарыуханаларҙа вирусҡа ҡаршы дарыуҙар ҙа, антибиотиктар ҙа бар».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть