Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Ҡыш бабайҙар парады ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

18 декабрҙә Өфөләге Олимпик-Парк майҙанында Ҡыш бабайҙар парады ойошторола. Яңы йыл парадында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнаша ала, бары тик Ҡыш бабайҙың костюмы кәрәк. Был хаҡта Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Программала мәҙәни, күңел асыу конкурстары, спорт ярыштары, шулай уҡ тауҙан шыуыу, арҡан тартышыу һәм йүгереү ҡаралған. Ҡомарлы ҡунаҡтарҙы быйма ташлау, тоҡ кейеп һикереү, «Тау батшаһы» кеүек боронғо уйындар көтә.

Еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға сараны ойоштороусыларҙан һәм партнерҙарҙан бүләктәр тапшырыла.

Тулыраҡ мәғлүмәт Өфө хакимиәтенең сайтында бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть