Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда һалым һәм һалым булмаған килемдәр артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

1 ноябргә Башҡортостандың йыйылма бюджеты үтәлеше килемдәр буйынса 160 383,6 миллион һум йәки былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 106,6 процент тәшкил иткән.

Республиканың Финанс министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 132 620,6 миллион һумлыҡ һалым һәм һалым булмаған килемдәр былтырғы менән сағыштырғанда 10 542,5 миллион һумға йәки 8,6 процентҡа артҡан.

Килемдең төп сығанаҡтары: физик берәмектәрҙең килеменә һалым — 36 869,1 миллион һум, ойошмалар табышына һалым — 33 547,2 миллион, акциздарға — 16 881,8 миллион, мөлкәткә һалым — 14 452,0 миллион, дөйөм килемгә һалым — 6 142,2 миллион.

Дәүләт һәм муниципаль милектәге мөлкәтте файҙаланыуҙан алынған килем 17 991,2 миллион һум тәшкил иткән, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 3 865,2 миллион һумға йәки 1,3 тапҡырға артҡан.

Быйыл ғинуар-октябрь айҙарында республиканың йыйылма бюджеты сығымдары 142 183,2 миллион һум күләмендә финансланған.

Ғәҙәттәгесә, сығымдар структураһында бюджеттың социаль өлөшө ҙур урын биләй. Бөтә сығымдарҙың 75,4 проценты йәки 107 195,4 миллион һум ошо тармаҡҡа тура килә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть