Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестивале еңеүселәрен билдәләне

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Иҙел» VI халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестивале тамамланды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залындағы гала-концертта еңеүселәр, жюри ағзалары һәм уҙған йылдарҙағы лауреаттар сығыш яһаны. Ун еңеүсе араһында Рәсәй ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡытайҙан һәм Латвиянан профессиональ музыканттар бар.

Фестивалдең матбуғат секретары Диана Байтурина «Башинформ» агентлығына лауреаттарҙың исемдәрен хәбәр итте. Бына улар: «Башҡорт халыҡ йыры» номинацияһында — Айтуған Вәлмөхәмәтов, «Башҡорт эстрада йыры» — Зөлфиә Хафизова, «Татар халыҡ йыры» — Әлфис Ғәлиуллин, «Татар эстрада йыры» — Илмир Сәғәҙиев һәм Руслан Ғәббәсов. «Йәмле» триоһы — иң яҡшы коллектив, Әлфиә Ниғмәтуллина иң яҡшы автор-башҡарыусы тип танылды. Академик номинацияла Айгөл Әхмәтшина еңеү яуланы. Ҡытай ҡыҙы Хао Юй махсус призға лайыҡ булды.

Тәүге тапҡыр конкурста балалар номинацияһы булдырылды. Айгөл Вәлиуллина һәм Данияр Нуруллин лауреат исемен алды.

Жюри рәйесе, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Ренат Ибраһимов башҡарыусыларҙың профессиональ кимәле һәм оҫталығының йылдан-йыл үҫә барыуын билдәләне. Конкурста бөтәһе 36 кеше үҙ көсөн һынаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть