Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалаға «ТЭФИ-Төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы наградалары килтерелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Өфөгә «Мәскәү-Силәбе» поезы менән махсус йөк — 20 ТЭФИ статуэткаһы килтерелде. 24 ноябрҙә Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы финалсылары улар өсөн көс һынашасаҡ. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында бүләкләү тантанаһы башланғанға тиклем бронза «Орфейҙар» һаҡ аҫтында буласаҡ.

Башҡортостан телевидениеһы вәкилдәре түбәндәге номинацияларҙа «ТЭФИ-Төбәк 2016» конкурсының төп призы өсөн көрәшә: «Мәғлүмәт сығарылышын алып барыусы» номинацияһында — Айгөл Кантюкова (Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының Башҡортостандағы филиалы); «Танып-белеү тапшырыуы» — «Уфимский городовой» проекты («Бөтә Өфө» телекомпанияһы); «Балалар өсөн тапшырыу» — «Ҡымыҙ юлы» (Башҡортостан юлдаш телеканалының «Тамыр» студияһы).

Шулай уҡ Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының республикалағы филиалының «Яңы йыл мөғжизәһе» тигән эше финалға сыҡты. Репортаж «Еңеп сығыу» махсус номинацияһында тәҡдим ителгән.

Быйыл конкурсҡа илдең 167 телекомпанияһынан 545 эш килгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть