Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Нидерландтар архитекторы Йос Куйперс менән осрашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

18 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов архитектура, ҡала һәм ландшафт дизайны, мираҫты һаҡлау өлкәһендәге эксперт, «Cuijpers Consultancy» бюроһы (Нидерландтар) етәксеһе Йос Куйперс менән осрашты. Өфөлә архитектор «Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумы» XII махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡатнашты.

Яҡтар ҡаланы планлаштырыу, мәҙәни һәм тарихи мираҫ объекттарын һаҡлау мәсьәләләрен, шулай уҡ Өфөнө үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

– Республикала ҡала халҡы өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу өҫтөндә эш алып барырға тырышабыҙ. Кешеләрҙең тораҡ пункттарҙа үҙҙәрен икенсерәк, иркенерәк тойоуҙарын теләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Үҙ ваҡытында ҡалалар сәнәғәт майҙансыҡтары – предприятие булараҡ төҙөлгән. Йәшәү өсөн шарттарға иғтибар ителмәгән. Бөгөн хәл үҙгәрә. Ҡала халҡының талаптары ғәҙел рәүештә арта. Тейешле йүнәлештә хәрәкәт башланды. Ҡала биләмәһендә ял итеү өсөн майҙандар, парктар, скверҙар төҙөлдө.

Ыңғай йүнәлештәр төҙөүселәр, бюрократик кәртәләр менән бәйле мәсьәләләргә лә осрай, тип билдәләне республика Башлығы.

Йос Куйперс уның эше ҡаланы планлаштырыу һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау менән бәйле булыуын әйтте. Шуға күрә ул Өфөнө ошо күҙлектән баһалай.

– Тарихи, мәҙәни туризмға килгәндә, хәҙер Өфөнөң хәле еңел түгел. Беренсе, артабан икенсе тарихи объектты емереү йәһәтенән ҙур проблема юҡ. Һөҙөмтәлә ул уртаса статистик ҡалаға әүерелә, – тине архитектор. – Ябай ҡала кешеләр өсөн генә түгел, туристар өсөн дә насар, сөнки улар һеҙгә килеүҙән туҡтаясаҡ. Бер кем дә Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан йәки Владивостоктан Өфөгә килмәйәсәк, улар быны үҙҙәренең ҡалаһында ла күрә ала. Туризмды үҫтереү өсөн булған тарихи объекттарҙы һаҡларға саҡырам.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть