Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөгә ТЭФИ статуэткаларын һаҡ аҫтында алып киләсәктәр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Ошо көндәрҙә Өфөгә бронза Орфей статуэткаларын алып киләсәктәр.

«ТЭФИ-Төбәк 2016» XV Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының төп приздары баш ҡалабыҙға һаҡ аҫтында махсус вагонда килтерелә, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында.

Үҙенең йөрәк ҡылдарында уйнаған Орфей мифологик персонажы. Уның бронза һынын 1962 йылда Эрнст Неизвестный эшләй. Был эште Владимир Познер скульпторҙың оҫтаханаһында күргән. Телевизион премияның символы кәрәк булғас, уның хаҡында иҫенә төшөрә һәм хеҙмәттәшлек тәҡдим итә.

Бүләктәрҙе Америкала Эрнст Неизвестныйҙың уҡыусыһы Джефф Блюмистың оҫтаханаһында ҡоялар. Бер статуэтканың ауырлығы — 8 килограмм 500 грамм. Үҙенсәлекле Орфей — ике метрлыҡ скульптура Феликс Комаровтың шәхси коллекцияһында һаҡлана, бәләкәй күсермәһе иһә илдәге төп телевизион конкурстың символына әүерелгән.

«ТЭФИ-2016» финалсыларын бүләкләү тантанаһы 24 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть