Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы юлдарҙа томан төшөүе хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан төшөүе хаҡында иҫкәртә. Юлдарҙа 2-4 километрҙан күреү мөмкинлеге кәмей. Ведомствоның республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, 19 ноябрҙә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә.

Республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 13-18, ҡайһы бер райондарҙа 23 градусҡа тиклем, көндөҙ 8-13 градус һалҡын. Көнсығыш райондарҙа төндә 23-28, көндөҙ 15-20 градус һыуыҡ. Иртәле-кисле юлдарҙа томан төшөүе фаразлана.

Федераль трассаларҙың юл япмаһын ремонтлау һәм реконструкциялау эштәре алып барылған участкаларында транспорт хәрәкәтенең ауырлашыуы, авариялар һанының артыуы ихтимал. Һауа шарттарына бәйле, М-5, М-7, Р-240 автомобиль юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары булыуы мөмкин, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть