Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Әсә көнө алдынан 40-ҡа яҡын гүзәл зат «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Әсә көнө алдынан Хөкүмәт йортонда күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Республикала йәшәгән 40-ҡа яҡын ҡатын-ҡыҙ Башҡортостан Башлығы исеменән «Әсәлек даны» миҙалын алды. Наградаларҙы һәм аҡсалата премияларҙы Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов тапшырҙы.

Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы бүләкләү традицияһы 1998 йылда булдырыла. Был наградаға балаларын тәрбиәләүгә намыҫлы һәм яуаплы ҡараған, сәләмәт тормош алып барған күп балалы әсәләр тәҡдим ителә. Бөгөн Башҡортостанда ете меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо маҡтау билдәһе менән бүләкләнгән.

«Ошо көндәрҙә Өфөлә гүзәл зат вәкилдәренең хәйриә хәрәкәтенә арналған «Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек» форумы бара. Бөгөнгө бүләкләү тантанаһы әлеге сараны тулыландыра ғына, — тип мөрәжәғәт итте ҡатын-ҡыҙҙарға Салауат Сәғитов. — Һеҙҙең тормошҡа һәм балаларға мөнәсәбәтегеҙ ошондай юғары баһаға лайыҡ. Киләсәктә күңел һалып тәрбиәләгән балаларығыҙ һеҙгә изгелек менән яуап бирһен. Хөкүмәт исеменән шуны еткерергә теләйем: республикала әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау өсөн махсус саралар комплексы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан — балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөү йәһәтенән илдә тәүгеләрҙең береһе. Бынан тыш, хәҙер уҡыусылар бер сменала белем алһын өсөн мәктәптәр төҙөү буйынса программа ғәмәлгә ашырыуға әҙерләнә».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть