Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы музейы ойошторола

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Милли музейының күргәҙмәләр залында «Башҡортостанда радиотапшырыуҙар һәм телевидение тарихы» тигән экспозиция булдырылған. Экспозиция Халыҡ-ара телевидение көнөндә — 21 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тә асыла.

«Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһына «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Ҡурай-ТВ» һәм «Ҡурай HD» музыкаль телеканалдары, «Тамыр» балалар телеканалы, «Юлдаш», «Спутник ФM», «Ашҡаҙар» радиоканалдары ҡарай. Экспозицияла 1920 йылдарҙан башлап төбәктә радиотапшырыуҙар һәм телевидение үҫешенең төп этаптары сағылдырылған, төрлө йылдарҙағы радио һәм телевизион техника өлгөләре ҡуйылған. Проект предприятие ойошторолоуҙың 15 йыллығы уңайынан әҙерләнгән.

Башҡортостан юлдаш телеканалының матбуғат секретары Люциә Дәүлиева хәбәр итеүенсә, декабрь аҙағында экспозиция «Башҡортостан» ТРК ДУП-на күсереләсәк һәм уның бүлексәһе — Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы музейы буласаҡ.

«Музей республикалағы радио һәм телевидение тарихын, ижади һәм техник яҡтан үҫеш этаптарын, шулай уҡ төбәктәге күп милләтле халыҡтың матди һәм рухи мәҙәниәтен үҫтереүҙә Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһының ролен тулыраҡ сағылдырыу маҡсатында асыла. Шуға күрә музей экспозицияһын киңәйтеү буйынса эш даими дауам итәсәк, — тип билдәләне «Ҡурай-ТВ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, музей экспозицияһын булдырыу буйынса эшсе төркөм етәксеһе Юнир Аҙнабаев. — Илебеҙҙең бер нисә телерадиокомпанияһында ошондай музейҙар бар. Күп кенә илдәрҙә радио һәм телевидение музейҙары халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть