Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Республика илдә бирелгән микрозаймдар күләме буйынса тәүге урынды биләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Микрофинанс ойошмаларының халыҡҡа биргән займдар күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең 25 төбәге исемлегендә беренсе урында тора.

Кредит тарихының милли бюроһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында республикала микрофинанс ойошмалары 6,1 миллиард һумдан ашыу аҡса биргән. Был илдең башҡа төбәктәренә ҡарағанда күберәк.

Икенсе урында — Мәскәү. Унда 6 миллиард, Мәскәү өлкәһендә — 4,8 миллиард һумдан ашыу, Свердловск өлкәһендә 3,599 миллиард һумлыҡ микрозаймдар бирелгән. Ростов өлкәһе рейтингта бишенсе урында килә — 3,465 миллиард һум.

Республика халҡы кредиттың күпселек өлөшөн ҡулланыу тауарҙарын һатып алыу өсөн алған — 4,9 миллиард һум. Туранан-тура микрозаймдар 1,1 миллиард һум тәшкил иткән.

1 июлгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, займдар күләме 5 миллиард һум булған. Өс айҙа үҫеш 20,6 процент тәшкил иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть