Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә «BashMult» йәнһүрәттәр фестивале уҙа

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Республика Хәрби Дан музейында «BashMult» йәнһүрәттәр фестивале ойошторола. Сара Бөтә донъя балалар көнөнә һәм Рәсәй киноһы йылына арналған. 25 ноябрҙә ике майҙансыҡта яңы һәм барыһы ла яратып өлгөргән йәнһүрәттәр, студенттар һәм балалар студияларының эштәре, бер нисә легендар йәнһүрәт күрһәтелә. «Үҙ ҡулдарың менән йәнһүрәт» тип аталған интерактив майҙансыҡта балалар аниматорҙар һәм рәссамдар етәкселегендә төрлө стилдәрҙә анимациялы кино төшөрөргә өйрәнә ала.

Фестиваль программаһында ижади осрашыуҙар, матбуғат конференцияһы, автограф таратыу, оҫталыҡ дәрестәре, «Изге әкиәтсе» ҡурсаҡ театрының эше, аквагрим, пантомима, күңел асыу программалары ҡаралған.

Проекттың маҡсаты — балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең иғтибарын Башҡортостан студияларында төшөрөлгән йәнһүрәттәргә йәлеп итеү, йәш һәләттәрҙе анимация сәнғәте менән таныштырыу, мәҙәни потенциалды һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт легендаларына, риүәйәттәренә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.

Белешмәләр өсөн телефон: 260-44-64, 260-44-55. Инеү ирекле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть