Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә байрам кәйефе: Ленин урамында йәнә Яңы йыл уттары ҡабынды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөнөң Ленин урамы төрлө уттар менән балҡыны. Йома, 18 ноябрҙә, бында Яңы йыл иллюминацияһы тоҡандырылды. Егерме меңдән ашыу лампочка өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына байрам кәйефе бүләк итәсәк. Гирлянданың дөйөм оҙонлоғо — 11 километр.

Ҡаланың тарихи үҙәгендә бындай уттар тәүге тапҡыр 2012 йылда барлыҡҡа килгәйне. Ул саҡта «Өфө ҡала яҡтылығы» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ҙур эш башҡарҙы. Ленин урамында 11 километрлыҡ гирлянда һуҙылды, 48 аҫылмалы һәм 28 яҡтылыҡ ҡабы ҡуйылды.

Декабрь башына бөтә ерҙә лә Яңы йыл уттары ҡабына, шулай уҡ биналарҙың витриналары һәм фасадтары байрамса биҙәлә.

Кисә Конгресс-холл янында баш ҡаланың төп Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды. Киров районы хакимиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр бүлегендә хәбәр итеүҙәренсә, урман ҡупшыҡайын Нуриман районынан алып килгәндәр. Уның бейеклеге — 30 метр.

Ғәҙәттәгесә, бында ике ҙур тауы, һырғалағы булған боҙ ҡаласыҡтары төҙөлә. «Ҡышҡы әкиәт»те биҙәү эштәре алдағы аҙналарҙа тамамланырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть